Һеҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Аҫылаева Зөһрә Зариф ҡыҙының шәхси сайтында

 

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар һәм башҡорт телен өйрәнеүселәр!

Һеҙҙе сайтымда күреүемә бик шатмын.

Мин бында коллегаларым менән эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға, ә уҡыусыларға телебеҙҙе өйрәнеүҙә кәңәштәр, материалдар менән ярҙам итергә теләйем. Рәхим итегеҙ!

 

Уҡытыусымын! Һөйөнөп эшкә барам,

Байрам кеүек миңә һәр көнөм.

Балалар һәм мәктәп- бар байлығым,

Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм.

Уҡытыусымын! Сәскән орлоҡтарым

Аҡыл емешенә әйләнгән.

Сөнки илем, халҡым киләсәге

Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.