Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районының

муниципаль төп дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

"Шабай ауылы мәктәбе" нең

юғары квалификацион категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

АҪЫЛАЕВА ЗӨҺРӘ ЗАРИФ ҡыҙының

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2020"

конкурс материалдарының ҡумтаһы

 

 

Йөкмәткеһе:

I. Үҙем тураһында һүҙем

II. Фәнни - методик эшмәкәрлегем

III. Инновацион эшмәкәрлегем

IV. Уҡыусылар менән эшмәкәрлегем

 

I. Үҙем тураһында һүҙем

1) Эшләгән урыным:   Шабай төп дөйөм белем биреү мәктәбе

Белемем:  юғары, Бөрө ДПИ

Педагогик стажым:   31

Ҡайһы йылдан был мәктәптә:   2013

Квалификацион категория:   юғары

 

Минең методик темам: "Дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш сараларҙа тәнҡитле фекерләү алымдарын ҡулланып йәш быуындың туған телдә ирекле аралашыуына ирешеү "

 

2) Минең яратҡан шөғөлдәрем izobrazhenie_198.jpg , IMG-20180815-WA0012.jpg, IMG-20180815-WA0044.jpgIMG-20181105-WA0003.jpg

3) Ижтимағи эшмәкәрлегем

  • Район ағинәйҙәр хәрәкәтенең ағзаһы   a_in-j-r.doc
  • Смотр фестивалдәрен, концерттар, "Шәжәрә" байрамдарын да алып барыусы  lnwrxll41ny-kopija.jpg

 

II. Фәнни-методик эшмәкәрлегем

Бөгөн даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләү, ижади эҙләнеүҙәр, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү - заман талабы. Шуларға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгелдер. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңылыҡҡа ынтылыу - минең маҡсатым. Район күләмендә үткәрелгән семинар, конференцияларҙа ҡатнашам, хеҙмәттәштәремдең тәжрибәһен өйрәнәм һәм, асыҡ дәрестәр күрһәтеп,үҙем дә эш тәжрибәм менән теләп уртаҡлашам.

1. Асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар

  • 8-се класта "Хәл һәм уның төрҙәре. Урын хәле" темаһына асыҡ дәрес Борай районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарында күрһәтелде. IMG-20191217-WA0023.jpg, IMG-20191217-WA0026.jpg
  • "Мостай Кәримдең тыуыуына - 100 йыл" әҙәби-музыкаль сараһы шулай уҡ Борай районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарында күрһәтелде. DSC_0449.jpg
  • "Мифтахетдин Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы" темаһына Шабай ауылы уҡытыусылары алдында асыҡ дәрес күрһәттем.

2. Мәҡәләләр,хеҙмәттәрем, сығыштар...  j-nt-j-k.docx

3. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән берлектә ете быуынын барлап, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеп үткәргән шәжәрә байрамдарының әһәмиәте бик ҙур, тип уйлайым.

Кеше үҙ халҡының, тыуған яғының тарихын ни тиклем төплөрәк белһә, тамырҙарын тәрәнерәк һәм ентеклерәк күҙаллаһа, милли аң кимәле, мәҙәнилеге, төрлө халыҡ вәкилдәре араһында үҙ бәҫен белеүе лә шул тиклем юғарыраҡ була. Шәжәрә байрамдарын үткәргәндә мин төрлө быуындың күренекле вәкилдәре, аҡһаҡалдары менән осрашыуҙар ойошторам.  DSC03044.jpg,  dsc03097-kopija.jpg,  PB220050.jpg,  DSC08608.jpg,

 DSC08609.jpgDSC08631.jpg,  DSC09852.jpg

 

4. Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районының муниципаль төп дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы "Шабай ауылы мәктәбе" нең туған телдәр методик берекмәһендәге эшмәкәрлегем. shmo_na_19-20

5. Тыуған илгә мөхәббәт туған телдән башлана, ә халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын,уның мәҙәниәтен, байрамдарын белмәйенсә тороп, туған телде өйрәнеү мөмкин түгел.

Һәр баланың тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен, ҡыҙыҡһыныу- ынтылыштарын үҫтереүҙә минең кластан тыш сараларым да иғтибарға лайыҡтыр. Уларҙы юбиляр яҙыусыларға, мөһим булған билдәле көндәргә арнап үткәрәм. Төрлө әҫәрҙәрҙең өҙөктәрен сәхнәләштереү,спектаклдәр ҡуйыу үҙемә лә, уҡыусыларға ла оҡшай.  IMG_0102.jpg,  IMG_0103.jpg,  PC110119.jpg,  izobrazhenie_001.jpg,  IMG_0026.jpg,

 IMG_0034.jpgIMG_0037.jpg

6. Муниципаль профессиональ конкурстарҙа ҡатнашыуым.  jyl_u-ytyusy-y.jpeguch_goda.jpeg

7. Тәрбиә уҡыу-уҡытыу өлкәһендә һәр ваҡыт беренсе урында тора. Шуға күрә лә минең эшемдә төп маҡсат - балаларға төплө белем биреү менән бергә, заманға яраҡлашҡан, йәмғиәттә үҙ урынын лайыҡлы тапҡан, иленә, халҡына юғары хеҙмәт итерлек шәхес тәрбиәләү. Теләгем - һәр баланы әҙәп-тәрбиәгә, изгелеккә ынтылдырыу. Уҡыусыларҙа тырышлыҡ, яҡшылыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләйем. Уҡытыусы булып эшләй башлауымдың иң беренсе көндәренән үк класс етәксеһе булараҡ эшләйем. Уҡыусыларҙа белем алыуға, туған тел һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән төрлө тематик кисәләр, осрашыуҙар, байрамдар ойошторам.

Уҡыусылар өсөн тәбиғәт ҡосағында походтар, экскурсиялар ойошторам. Тыуған яҡты, уның тәбиғәтен яратыу, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ҙә төп бурыстарымдың береһе булып тора. Район музейҙары,ветерандар менән эш традицияларын тергеҙеп, халыҡ педагогикаһы ярҙамында быуаттар буйы тупланған рухи, матди байлыҡты заманға яраҡлаштырып, уҡыусылар күңеленә һалам.

 

Конкурстың исеме

Үткәрелеү йылы

Кимәле

Яуланған урын

Балалар һәм үҫмерҙәр араһындағы "Йондоҙҙарға юл" конкурсы

2015

район

призер

Наркотиктарға ҡаршы профилактик эш ойоштороу

2015

район

актив ҡатнашҡан өсөн рәхмәт хаты

"Беҙ хәтерләйбеҙ" район эстафетаһы

2015

район

диплом

Наркотиктарға ҡаршы эш ойоштороу

2015

район

призер

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған электрон презентациялар конкурсы

2015

район

призер

"Хәүефһеҙ тәгәрмәс" конкурсы

2017

район

призер

"Ватан" тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәте

2018

район

номинацияла еңеүсе

"Ғаилә - туған тел һаҡсыһы" фестиваль-конкурсы

2018

район

призер

"Хәүефһеҙ бала саҡ юлы" шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһе

2019

район

1 урын

kalinkina.jpeg,  profilaktika,  my_pomnim.jpeg,  zhizn_bez_narkotikov.jpeg,  prezentacij.jpeg,  toler.jpeg,  toler.jpeg,

 bezop_na_dorogakh.jpeg,  bezop_koleso.jpeg,  rakhimovy.jpeg,  uljot.jpeg

 

8. Жюри ағзаһы булараҡ эшмәкәрлегем

 

Эшмәкәрлек төрө                Кимәл                                                                                                                                                 Приказдың исеме, номеры, ваҡыты
Комиссия составында эшмәкәрлек          Муниципаль

О проведении муниципального этапа всероссийской олимпиады школьников и муниципального этапа региональной олимпиады школьников по истории и культуре Башкортостана и родным языкам в 2016-2017 учебном году №344 от 27 октября 2016 года  provedenii_meh_vosh.doc

Комиссия составында эшмәкәрлек          Муниципаль

О проведении муниципального этапа межрегиональной олимпиады школьников по родным языкам среди 9-11 классов №411 от 08 ноября 2017 года  provedenii_olimpiad_po_rodnym_jazykam

Комиссия составында эшмәкәрлек           Муниципаль  

О проведении муниципального этапа межрегиональной олимпиады школьников по родным языкам среди 7-11 классов № 711 от 13 декабря 2018 года  provedenii_olimpiad_po_rodnym_jazykam

 

III. Инновацион эшмәкәрлегем

Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф системаһы донъя мәғариф киңлегенә инеү йүнәлешендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Уларҙың асылы “заманса уҡытыу” төшөнсәһе менән бәйле. Бөгөн яңыса уҡытыу – заман талабы. Ул үҙ сиратында заманса яңы метод, технологиялар ҡулланыуға иғтибарҙы йүнәлтә. Йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе ыңғай ҡабул итеп, заман менән бергә атлап барып, яңы педагогик технологияларҙың иң һөҙөмтәлеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләйем.

1) Инновацион технологияларҙы белеү, өйрәнеү өсөн, инновацион эшмәкәрлек буйынса үткәрелгән конференция, фестивалдәрҙә ҡатнашыу мөһим шарттыр. Шуның өсөн дә мин һуңғы йылдарҙа бындай конференция, фестивалдәрҙә актив ҡатнашып киләм:

  • 2016 йыл – “Мәғарифта инновацион ғәмәлдәр” республика форумы innov.jpeg
  • 2013 йыл –“Башҡорт телен һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙа инновацион ғәмәлдәр” республика видеосеминары innovacija.jpeg

  •  

2) Электрон белем биреү:

  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитовам З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.
  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитовам З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.
  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендлә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитовам З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.
  • Электрон дәреслек "Башҡорт теле грамматикаһы", Усманова М.Ғ., 2016
  • Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1
  • Электрон дәреслек "Офлайн башҡортса-русса, русса-башҡортса һүҙлек" 2016
  • "Башҡорт әҙәбиәте" предметы буйынса 5 - 11 -се класс уҡыусылары өсөн әҙәби әҫәрҙәр йыйынтығы, 2016
  • Электрон дәреслек "Башҡорт теле грамматикаһы", Усманова М.Ғ. , 8 класс, 2014