Мин үҙемдең уҡытыусы булыуым менән ғорурланам

         Мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ үҙемдең уҡытыусы буласағымды белә инем. Барлыҡ фәндәрҙе лә тигеҙ яратһам да, күңелем телгә, әҙәбиәткә нығыраҡ тартыла ине. Шулай итеп, мин тел фәндәре уҡытыусыһы юлын һайланым. Һәм быға бер ҡасан да үкенмәнем.

           Уҡытыусы һөнәре – ысын мәғәнәһендә һөнәрҙәр һөнәре. Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙе лә ғәжәп дәрәжәлә тәрбиәле, белемле булырға тейеш. Сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, килеш – килбәте, холоҡо, һөйләм әҙәбе, яҡты йөҙө, күңел паҡлығы менән дә тәрбиә ҡыла. 

            Башҡорт теле дәрестәрендә мин халыҡ педагогикаһына, матур әҙәбиәткә таянам, туған телде үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирәм. Минең төп бурысым – уҡыусыларға туған телде, әҙәбиәтте тәрәнтен өйрәтеү, халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫын пропагандалау, балаларҙа милли үҙаң, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү, башҡорт донъяһының ижтимағи, сәйәси, мәҙәни тормошо менән яҡындан һәм даими таныштырып барыу.

      Мин үҙемдең уҡытыусы булыуым менән ғорурланам. Һәр көн миңә утыҙлаған уҡыусының күҙе төбәлгән. Мин был уҡыусыларҙа Рәсәйҙең киләсәген күрәм. Ул киләсәктә мин дә йәшәргә тейеш. Шуға күрә уларҙың ниндәй кеше булып үҫеүҙәренә ил яҙмышы ғына түгел, минең дә яҙмышым бәйле.

       Яратҡан хеҙмәтең булыу – ҙур бәхет, ә үҙең яратҡан, үҙеңде ихтирам иткән хеҙмәттәштәрең менән эшләү – икеләтә. Бәхетемә ҡаршы, миңә яҡшы коллективта эшләргә тура килде. Был мәктәпкә килгәс, беренсе көндәрҙән үк мин хеҙмәттәштәремдең ярҙамын тойҙом. Мине етенсе класс уҡыусыларына етәксе итеп билдәләнеләр. Был класта ата-әсә наҙынан мәхрүм булған балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡый ине. Беренсе тапҡыр класҡа тулҡынланып индем, балаларҙың ялҡынланып торған ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәрен күрҙем. Мине ҡабул итерҙәрме, тип ҡурҡыбыраҡ та ҡалдым. Ҡабул иттеләр. Уларҙы уҡытып мин үҙем дә күп нимәгә өйрәндем. Улар менән бергә ысын педагог дәрәжәһенә еттем. Уларҙы яраттым, уларҙың да мине яратыуҙарын һиҙҙем. Был мине эшкә дәртләндерҙе. Миңә һәр ваҡыт яҡшы кластар, яҡшы уҡыусылар тура килде.

    Баланың ниндәй өлкәгә тартылыуын, уны күберәк нимә ҡыҙыҡһындырыуын, ниндәй һәләттәре барлығын беҙ – уҡытыусылар – иң ныҡ һиҙеүселәрҙер ҙә әле. Төгәл фәндәрҙе яратҡан бала киләсәктә программист, компьютер оҫтаһы булып китергә мөмкин. Тел фәндәрен үҙ иткән егет – ҡыҙҙарҙан бына тигән яҙыусылар, ғалимдар сығыуы бар. Мөғәллим, балаға ҡайһы юлдан китергә кәрәклеген дә, нисек йәшәргә кәрәклеген дә өйрәтә белергә, ауыр һәм ҡатлаулы заманда юғалып ҡалмаҫ өсөн аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә белергә лә тейеш. Һәр яҡтан үрнәк булыуы һорала уҡытыусының. Шул шарттарҙа мөғәллимдең уҡыусылары йәмғиәттең актив, алдынғы ҡарашлы кешеләре булып үҫәсәк.

         Миңә үҙ эшем бик оҡшай. Уҡытыусы һөнәрен һайлап мин ялғышмағанмын. Үҙ телемде яратам һәм уҡыусыларымда ла үҙ телебеҙгә һөйөү тәрбиәләйем. Шуға күрә үҙ дәрестәремдә төрлө саралар ҡулланам. Дәрестәрҙе төрләндереп уҡытырға, яңы технологиялар ҡулланырға ынтылам.

       Уҡыу процесы балала тормошҡа мөхәббәт, үҙенең ижади көсөнә ышаныс уятырға тейеш. Үҙ предметымды уҡытыу дәүерендә мин мәктәп тарихынан, ауыл тарихынан миҫалдар килтерәм. Әсә теле һәм әҙәбиәте үҙ халҡыңдың тарихын, уның традицияларын, мәҙәниәтен өйрәнергә ыңғай шарттар тыуҙыра. Үҙ халҡыңа ихтирам, мөхәббәт формалаштырырға ярҙам итә. Туған тел аша башҡа телдәр тураһында ла мәғлүмәт алаһың. Үҙ телеңде белеү – ул йәш быуынды традициялар менән таныштырыуҙың иң ҡыҫҡа юлы.

          Минең педагогик кредом – талапсанлыҡ. Башта үҙ – үҙеңә талапсан бул, унан - уҡыусыларыңа.

Минеңсә, талапсан уҡытыусыны уҡыусылар нисек хөрмәт итһәләр, ата – әсәләр ҙә шулай уҡ хөрмәт итә. Уҡытыусы өсөн был бик мөһим. Мин үҙ өҫтөмдә туҡтауһыҙ эшләйем. Китаптан бер ҡасан да айырылмайым, уҡыусыларым араһында ла китап яратыусылар булыуы менән ғорурланам. Тап ошо китап яратыусы уҡыусылар төрлө бәйгеләрҙә һәм олимпиадаларҙа актив ҡатнаша.

     Әйе, уҡытыусы заман менән бергә атларға – үҙ эшендә төрлө саралар, инновациялар, алымдар ҡулланырға һәм үҙ материалын бик яҡшы белергә бурыслы. Ләкин барынан да элек уның кеше булып ҡалыуы мотлаҡ. Шул ваҡытта ғына беҙҙең йөрәктәребеҙҙә тыныслыҡ, алдағы көнгә ышаныс һәм тормошҡа мөхәббәт уяныр.